Әйҙә, баҫтыҡ башҡортса!

Әйҙә, баҫтыҡ башҡортса! https://bash.news/news/107806_j_baty_bashortsa
17 окт 2019, 22:16

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге битен уҡыусыларға шундай мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Халҡыбыҙ бейергә әүәҫ, донъяның төрлө мөйөштәрендә башҡортса баҫыуҙы модаға индереп баралар. Береһенә лә ҡамасауламайҙар, әйҙә бейеһендәр. Киреһенсә, тирә-яҡтағыларға улар шатлыҡ өләшә.

Республиканан ситтә йәки гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа башҡарылған матур башҡорт бейеүе өсөн бер нисә айҙан шәхси бүләк бирәсәкмен. Видеоға һылтанмағыҙҙы көтөп ҡалам,- тип билдәләгән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Әйҙә, баҫтыҡ башҡортса!

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров