Башҡортостан башлығы Хөкүмәткә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса юл картаһын һөҙөмтәлерәк итергә ҡушты

Башҡортостан башлығы Хөкүмәткә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса юл картаһын һөҙөмтәлерәк итергә ҡушты https://bash.news/news/107894_bashortostan_bashlyy_xkmtk_konkurentlyty_tere_bujynsa_yul_kartayn_mtlerk_iterg_ushty
18 окт 2019, 21:03

Радий Хәбиров был турала бөгөн йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе. Уның эшендә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Михаил Евраев ҡатнашты.

Конкурентлыҡты үҫтереү иҡтисади үҫештең төп элементы булып тора. Ошо маҡсатта Башҡортостан башлығы ҡарамағында конкурентлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ күрһәтеү буйынса эргәһендә йәмәғәт советы ойошторолған, юл картаһы эшләй. Был документ административ кәртәләрҙе кәметеүҙе, дәүләт милке менән идара процесын камиллаштырыуҙы, инновация эшмәкәрлеген дәртләндереүҙе, һанлы технологиялар һәм финанстар буйынса грамоталылыҡты арттырыуҙы күҙ уңында тота. Республика конкурентлыҡ стандарттарын 4 йыл элек индерә башлаған, 2017 йылғы рейтингта Башҡортостан 7 баҫҡысты биләй. Радий Хәбиров эш һөҙмтәһен арттырыға ҡушты.

Федераль нормаларға ярашлы, төбәктәрҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе һайлау өсөн конкурентлыҡты үҫтереү буйынса тауар баҙарҙарының универсаль исемлеге билдәләнгән, Башҡортостанда 33 йүнәлеш һайланған. Бигерәк тә улар социаль өлкәлә киң ҡулланыла. Михаил Евраев билдәләүенсә, эште камиллаштырыу өсөн ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индерелә.

Михаил Евраев, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары: “Өфөлә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса һөҙөмтәле һөйләшеү булды, дәүләт заказдары буйынса закондарға килгәндә, әле өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә. Улар системаны ябайлаштыра һәм яңы технологиялар индерә. Мәҫәлән, заказдарҙы бер көн эсендә үк алырға мөмкин”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан башлығы Хөкүмәткә конкурентлыҡты үҫтереү буйынса юл картаһын һөҙөмтәлерәк итергә ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA