Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы мәктәбенә газ үтте

Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы мәктәбенә газ үтте https://bash.news/news/107900_bjlil_rajony_rxmt_auyly_mktben_gaz_tte
18 окт 2019, 21:07

Мәктәп зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров былтыр Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Рәхмәт ауылында булғайны. Халыҡ менән осрашыуҙа ул белем усағының күмер менән йылытылыуын белеп, был проблеманы хәл итергә ҡушты.

Мәктәптә Рәхмәт, Яйҡар һәм Аһылай ауылдарынан барлығы 100-ҙән ашыу бала уҡый. 2013 йылда ошо уҡ бинала балалар баҡсаһы ла асыла. Республика етәксеһе менән осрашыуҙа урындағы халыҡ зәңгәр яғыулыҡ 2014 йылда уҡ килһә лә, мәктәптең һаман да күмер менән йылытылыуына зарланды. Радий Хәбиров мәктәпкә тиҙ арала газ үткәрергә ҡушты һәм эш барышын етди контролгә алды.Тейешле документация тупланғандан һуң, быйыл августа Октябрьский ҡалаһы йәмғиәттәренең береһе мәктәптең ҡаҙанлығын реконструкциялауға тотондо. Күмер менән йылытылған өс ҡаҙанлыҡтың береһе генә ҡалдырылып, газ ҡорамалдары ҡуйылған. Эштәрҙе башҡарыуға өс миллион һумға яҡын аҡса киткән, саралар "Заманса мәктәп" милли проектының "Ауыл мәктәптәренә газ үткәреү" йүнәлешендә бүленгән.

Рәхмәт мәктәбе районда күмер яғып йылытылған һуңғы мәғариф учреждениеһы булған. Бөгөнгә тиклем ике ҡатлы бинаны йылытыу өсөн йылына 200 тонна күмер киткән, аҡсаға әйләндергәндә был 800 мең һум тирәһе. Хәҙер мәшәҡәтле һәм сығымлы ер аҫты байлығын яғыу артта ҡалды. Балалар белем тауына үрләүҙе артабан газ менән йылытылған мәктәптә дауам итәсәк.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районы Рәхмәт ауылы мәктәбенә газ үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA