Аутсорсинг компаниялары мәктәптәргә сифатлы ризыҡ тәьмин итә

Аутсорсинг компаниялары мәктәптәргә сифатлы ризыҡ тәьмин итә https://bash.news/news/107901_autsorsing_kompaniyalary_mktptrg_sifatly_rizy_tmin_it
18 окт 2019, 21:08

Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама райондарында эшләгән аутсорсинг компания мәғариф учреждениеларында туҡланыу процессын ойоштороуҙан тыш, аш-һыу бүлмәләрен төҙөкләндереп, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра. Уңыш сере - продукция һатып алыуға киткән сығымдарҙы кәметеүҙә, транспорт-склад логистикаһын үҫтереүҙә. Шулай уҡ оператор ҡарамағында ит, балыҡ, йәшелсә ярымфабрикаттары етештереү буйынса производство ҡеүәттәре бар.

Итте үткәреп кенә өлгөр, заманса ҡорамалдар ярҙамында ярымфабрикаттар тиҙ әҙерләнә. Цехта етештерелгән барлыҡ продукция мәғариф учреждениеларына тәғәйенленгән. Шуға хеҙмәткәрҙәр иңендә ҙур яуаплылыҡ. Кәтлит-тефтелдәр файҙалы матдәләрен юғалтмаһын өсөн башта ҡапыл туңдырыу камераларына ҡуйыла, өс сәғәт үткәс, уларҙы һыуытҡысҡа күсерергә мөмкин.

Илмира Әхмәтшина, цех етәксеһе: “Көнөнә ун-ун ике мең тефтель әҙерләйбеҙ, беҙ уларҙы мәктәп, балалар баҡсаларына ебәрәбеҙ. Составында һыйыр ите генә ҡулланыла”.

Нефтекама ҡалаһы, Краснокама районында эшләгән аутсорсинг компания балалар туҡланыуын ойоштороуҙа башлыса Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең тауарҙарын ҡуллана. Һыуытҡыстарҙа бер аҙналыҡ ит запасы. Урында балыҡ, йәшелсә продукцияларын әҙерләү буйынса айырым цехтар ҙа эшләй. Технологик процестар автоматлаштырылған.

Предприятиела таҙартылған йәшелсәләр полиэтиленға төрөлә, вакуум хәленә кишер, һуған, картуф оҙағыраҡ һаҡлана, ете тәүлеккә тиклем ҡулланырға мөмкин.

Предприятие ҡалалағы 14 мәктәп, 12 балалар баҡсаһын һәм Краснокама районындағы барлыҡ мәғариф учреждениеларын хеҙмәтләндерә. Эш күләме йыл һайын арта. Шуға компанияның склад майҙандары киңәйтелә.

Миләүшә Гәрәева, склад мөдире: “Бина ҙур, ике мең квадрат метрҙан ашыу. Әле ярмалар ҡабул итәбеҙ, сөнки уларҙың хаҡы арзаныраҡ”.

Яңыраҡ ҡына егерме тонна дөгө ҡабул ителгән, складта тоҡлап ҡарабойҙай, шәкәр, он да һаҡлана. Шулай уҡ йәшелсә, емеш-еләк, консервация продукцияһы һәм һут запастары бер йылға етерлек. Уларҙы ваҡытында - хаҡтар арзан булған миҙгелдә һатып алыу - компанияға сығымдарын кәметеүгә булышлыҡ итә. Экономияланған аҡса кеҫәгә һалынмай, ә мәктәп ашханаларын төҙөкләндереүгә ебәрелә. Предприятие һуңғы ете йылда ғына ун белем усағында биҙәкләү эштәре башҡарыу һәм пищеблоктарҙы модернизациялауға 30 миллион һум йүнәлткән

Рөстәм Минәзев, Производство-сауҙа компанияһы етәксеһе: “Персоналдың белемен камиллаштырыуҙы тәүге урынға ҡуябыҙ. Предприятие технологтары мәғариф учреждениелары ашнаҡсылары өсөн махсус уҡыуҙар ойоштора. Йыл башында балаларҙан туҡланыу процессына бәйле һорау алыу ойошторабыҙ, уның нигеҙендә дүрт аҙналыҡ меню төҙөлә”.

Мәктәп уҡыусылары өсөн ҡаралған меню бер ай дауамында ҡабатланмайынса, төрлөләндереп әҙерләнә. Был балаларҙа теге йәки был ризыҡҡа өйрәнеү булдырмаҫ өсөн эшләнә. Ата-әсәләр өсөн даими дегустациялар ҙа ойошторола.

Рита Ямаева, Өфөнөң 13-сө урта мәктәбе директоры урынбаҫары: “Меню көн дә төрлөләндерелә. Күберәк аш бирелә. Һәр бер ата-әсәнең фекерен тыңлайбыҙ, иҫәпкә алабыҙ. Уҡыу йылы барышында башҡорт, татар, рус һәм башҡа милләт халыҡтарының аш-һыуы менән таныштырабыҙ”.

Нефтекамала уңышлы эшләп килгән аутсорсинг компанияһының эш тәжрибәһен Башҡортостанда таратыу планлаштырыла.

Виталий Черевков, Республика социаль туҡланыу ассоциацияһы рәйесе: “Предприятие социаль туҡланыу өлкәһендә эшләгән башҡа операторҙар өсөн терәү аутсорсинг компания һанала. Улар йыл дауамында үҙ производствоһы булмаған ойошмаларҙы арзан хаҡҡа сифатлы продукция менән тәьмин итә. Транспорт-склад логистикаһын ойоштороуҙа ярҙам итәләр”.

Аутсорсинг компания рәсми сайты аша туҡланыу буйынса иҫәптә күпме аҡса булыуын да билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ ойошма тарафынан белем биреү учреждениеларында мәғлүмәт киосктары урынлаштырылған. Улар ярҙамында көндәлек меню менән танышырға була.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Аутсорсинг компаниялары мәктәптәргә сифатлы ризыҡ тәьмин итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров