«МАЗ» автомобиле базаһында эшләнгән ике күсмә флюорография модуле файҙаланыуға тапшырылды

«МАЗ» автомобиле базаһында эшләнгән ике күсмә флюорография модуле файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/107902_maz_avtomobile_bazaynda_eshlngn_ike_ksm_flyuorografiya_module_fajalanyua_tapshyryldy/?lang=bash
18 окт 2019, 21:09

Уны республика "Cәләмәтлек" милли проекты сиктәрендә һатып алды. Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән автомобилдәр Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәһендә хеҙмәт итәсәк.

Ике күсмә флюорография модуле Башҡортостанға ҡайтарыласаҡ ете автомобилдең тәүгеләре. Шулай ҙа ҡалғандары "КАМАЗ" нигеҙендә эшләнгән. Ләкин был автомашиналарҙың медицина хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлегенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Модулдәрҙең барыһы ла сирҙе алдан иҫкәртеү, сифатлы ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған.

Ленара Иванова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Беҙ ысын мәғәнәһендә шатбыҙ. Был автомобилдәр үтеп инә алмаҫлыҡ ауылдарға ла йөрөйәсәк. Хәҙер беҙҙең төпкөлдәрҙә йәшәүселәр ҙә медицина тикшереүе үтә ала. Бындай сифатлы ярҙамды улар йылдар буйы күргәне юҡ. Яҡын арала беҙ тағы 21 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла аласаҡбыҙ”.

Автор: Айнур Кәбиров.

«МАЗ» автомобиле базаһында эшләнгән ике күсмә флюорография модуле файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста