Өфөлә Волга буйы федераль округында һирәк осрай торған ауырыуҙар буйынса конгресс бара

Өфөлә Волга буйы федераль округында һирәк осрай торған ауырыуҙар буйынса конгресс бара https://bash.news/news/107903_fl_volga_bujy_federal_okrugynda_irk_osraj_toran_auyryuar_bujynsa_kongress_bara/?lang=bash
18 окт 2019, 21:09

"Тормошҡа юл" төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған форумда Фабри, Гоше һәм башҡа ауырыуҙарҙы алдан диагностикалау һәм дауалау проблемалары күтәрелде. Пациенттарҙы һауыҡтырыу юлдарын билдәләү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа Новосибирск медицина учреждениелары тәжрибәһе ҡаралды.

Конференцияға төрлө йүнәлештәге белгестәр - невролог, генетиктар, балалар табиптары, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары саҡырылғайны. Статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, әлегә Башҡортостанда ете йөҙҙән ашыу кеше һирәк осрай торған сирҙәрҙән яфалана. Экология, йәшәү шарттарына бәйле яңы ауырыуҙар ҙа барлыҡҡа килә.

Конгресс сиктәрендә һирәк осрай торған сирҙән яфаланыусыларға бушлай юридик, психологик консультациялар ойошторолдо. Әйтәйек, Салауат районынан Айдамир Нотфуллинға ҡатмарлы диагноз ҡуйылған, уның тәнендә экзостоз, һөйәк ороһо сыға. Былтыр Санкт-Петербург ҡалаһы медицина учреждениеһында малайҙың ҡулына операция яһала, ун сантиметрлыҡ шеш юҡ ителә, әммә сәләмәтлектә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй.

Киреһенсә, аяғында һәм арҡаһында яңы шештәр барлыҡҡа килгән. Хәҙер тағы ла бер нисә әмәлиәт эшләргә кәрәк. Айдамирҙың әсәһе билдәләүенсә, ғаилә уңайһыҙ шарттарҙа йәшәй, был тейешле реабилитация үтеүгә ҡамасаулай. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне.

Өфөлә Волга буйы федераль округында һирәк осрай торған ауырыуҙар буйынса конгресс бара

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста