Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-мәҙәни саралар дауам итә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-мәҙәни саралар дауам итә https://bash.news/news/107905_bashortostandy_xaly_shairy_mostaj_krimde_tyuyuyna_100_jyl_tulyu_ajanly_bimni_saralar_dauam_it
18 окт 2019, 21:10

Бөйөк шәхестең иҫтәлегенә бағышланған ижад кисәләренә әҙиптең яҡындары, төрлө ведомство етәкселәре, башҡа төбәктәр вәкилдәре йыйылды. Өфөлә әҙиптең "Өс таған" повесы буйынса кинофильм премьераһы үтте.

Йыр-моң, театрлаштырылған тамаша менән Башҡорт дәүләт университеты студенттары көтөп алынған ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ойошторолған әҙәби сараға республиканан ғына түгел, сит өлкәләрҙән килгән вәкилдәр ҙә бихисап. Улар әҙиптең яҡындарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, Мостай Кәримдең бай йөкмәткәле әҫәрҙәрен, уның сағыу шәхси тормошон иҫкә алды.

Мостафа Сафа улының ижадын яҡын күреүсе йәштәр өсөн дә был көн тулҡынландарғыс һәм тантаналы булғандыр. Шағирҙың әҫәрҙәренә таянып фәнни эштәр яҙған студенттар Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ булды.

Уҡыу йортонда сығыш яһаусы ҡунаҡтарҙың барыһы ла уртаҡ фекерҙә булды, Мостай Кәримдең үҙенә генә хас әҙәби стиле, тәрән уйланыуҙары, фәлсәфәүи уйҙары - ғөмүмән, уның ижады башҡорт халҡының ҡиммәтле мираҫы.

Мостай Кәримдең тарихи юбилейына килгән ҡунаҡтар башҡорт шағирын Рәсәйҙең күп төбәктәрендә яратып уҡыйҙар тип билдәләне. Уның һәр әҫәрендә фәлсәфә, аҡыллы тәрән фекерҙәр тупланған, шуға ла Мостафа Сафа улының китаптары күп кенә сит телдәргә тәржемә ителгән.

Әҙәби-мәҙәни сараларҙың киске программаһында Мостай Кәримдең "Өс таған" повесы буйынса төшөрөлгән фильм урын алды. Премьераны ҡарарға теләүселәр һанын күреп, кинотаҫма ысынлап та, көтөп алынған ваҡиға тип әйтергә мөмкин.

Мостай Кәримдең яҡындары әйтеүенсә, әҙиптең әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, уның ижадына таянып яңы фильмдар төшөрөү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейы Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихи датаһы менән бәйле үтеүе осраҡлы түгел. Үҙ милләтенең илһөйәр улы тыуған төйәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, әҫәрҙәре аша башҡорт илен тотош донъяға танытҡан.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-мәҙәни саралар дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA