Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эш тәжрибәһе тотош илгә таратыласаҡ

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эш тәжрибәһе тотош илгә таратыласаҡ https://bash.news/news/107912_bashortostandy_auly_alau_lkendge_esh_tzhribe_totosh_ilg_taratylasa
18 окт 2019, 22:46

"Берҙәм Рәсәй" партияһы президиумының күҙәтеү буйынса федераль төркөмө ағзалары Башҡортостан башлығы уҙғарған "Сәләмәтлек" сәғәтен һәм онкологияны иртә асыҡлаған өсөн аҡсалата премия биреүҙе ил кимәлендә таратырға кәрәк тип иҫәпләй. Эшсе төркөм республикаға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшереү маҡсатында килгән. Уның һөҙөмтәләре Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта иғлан ителде.

Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән ихаталар, яңыса һулыш алған подъездар. Республикала ғәмәлгә ашырылған ике программа быйыл байтаҡ халыҡтың хыялын тормошҡа ашырған. Хәҙер күп йорт хужалары беҙҙә мөхит уңайлы тип әйтә ала.

Федераль төркөм ихаталарҙы һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын уңышлы тип билдәләне һәм башҡа төбәктәргә таратыу тәҡдимен индерҙе. Был төҙөкләндереү буйынса, ә бына көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә килгәндә, Мәскәү ҡунаҡтарын хаҡтар аптыратты.

Милли проекттар үтәлешен күҙәтеүсе федераль төркөм республикала һаулыҡ һаҡлау эшмкәрлеген дә юғары баһаланы. милли проект буйынса төҙөлгән вертолет майҙансығы төндә ҡабул итә алмай, был етешһеҙлекте төҙәтеү мотлаҡ. Таратырлыҡ тәжрибә лә бар, мәҫәлән Республика башлығы уҙғарған сәләмәтлек сәғәте һәм матди дәртләндереү алымын.

Федераль төркөмдәр экспорт, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү, экология, һанлы иҡтисад, демография милли проекттарының үтәлешен тикшерҙе. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда улар уңышлы тормошҡа ашырыла тип әйтергә мөмкин, миҫалдар етерлек.

Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, республикаға миллиардтарса һум аҡса бүленә, уның һөҙөмтәле итеп ҡулланыу, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу төп маҡсат.

Милли проекттар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала, киң мөмкинлектәр аса. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡ араһында аңлатыу алып барыу, проекттарҙың һөҙәмтәлелеген арттырыу шарт.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эш тәжрибәһе тотош илгә таратыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA