«Салауат Юлаев» клубы быйылғы миҙгелдәге тәүге «йәшел дерби»ға әҙерләнә

«Салауат Юлаев» клубы быйылғы миҙгелдәге тәүге «йәшел дерби»ға әҙерләнә https://bash.news/news/107918_salauat_yulaev_kluby_byjyly_migeldge_tge_jshel_derbia_erln
18 окт 2019, 23:03

Ҡазандың "Аҡ Барс" командаһына ҡаршы уйын иртәгә "Өфө-Арена" боҙ һарайында үтә. Ике дәғүәсе лә үҙ тарихында беренсе тапҡыр осрашыуға махсус тегелгән спорт кейемдәрендә сығасаҡ. Комплекттарҙа дерби логотибы төшөрөлөп, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары флагтары менән байытылған.

Бынан тыш, юлаевсыларҙың спорт майкаһы яғаһында Салауат Юлаев ижадынан, дәғүәселәрҙә Ғабдулла Туҡайҙың шиғырынан цитата яҙылған. Һәр ваҡыттағыса "Салауат Юлаев" клубының барлыҡ уйындарын Башҡортостан юлдаш каналында ҡарарға мөмкин.

Тура трансляция иртәгә көндөҙгө сәғәт 5-се яртыла башлана. Осрашыу алдынан ярты сәғәт алда һәм тәнәфестәрҙә хоккей белгестәре үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ.

Автор: Илдар Байбулатов.

«Салауат Юлаев» клубы быйылғы миҙгелдәге тәүге «йәшел дерби»ға әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA