Башҡортостан башлығы бөгөн Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов менән осрашты

Башҡортостан башлығы бөгөн Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов менән осрашты https://bash.news/news/107965_bashortostan_bashlyy_bgn_federaciya_sovety_rjese_urynbaary_ilyas_umaxanov_menn_osrashty
19 окт 2019, 23:14

Ильяс Умаханов республикаға Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн килгән. Радий Хәбиров менән осрашыуҙа һүҙ милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, Башҡортостанда киләһе йылдарҙа уҙасаҡ Фольклориада менән Евразиаданы юғары кимәлдә ойоштороу хаҡында барҙы.

Радий Хәбиров Ильяс Умахановты был сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Мәскәү ҡунағы үҙ сиратында Башҡортостанда күп башланғыстарға нигеҙ һалыныуын һәм республиканың башҡа төбәктәргә өлгө булып тороуын билдәләне. Фольклориаданы ҡабул итеү шуға асыҡ миҫал, тине Ильяс Умаханов.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан башлығы бөгөн Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Умаханов менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA