Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге тергеҙелеүе ихтимал

Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге тергеҙелеүе ихтимал https://bash.news/news/107966_aastanda_bashortostan_vkillege_tergeelee_ixtimal
19 окт 2019, 23:15

Астаналағы ойошма үҙ эшен 2016 йылда туҡтатҡайны. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығының Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашыуында белдерелде. Унда ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре лә ҡаралды.

Ҡаҙағстан делегацияһын дәүләт секретары Ҡырымбәк Көшербаев етәкләй, сит дәүләт ҡунаҡтары Башҡортостанға Мостай Кәримгә арналған юбилей сараларында ҡатнашыу өсөн килгән. Радий Хәбиров арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исемен Алматы ҡалаһы урамына биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Евразия иҡтисади союзы сиктәрендә Ҡаҙағстан менән бәйлнештәр нығый, һеҙ беҙҙең иң ышаныслы партнерҙарҙың береһе, киләсәктә бәйлнештәрҙе тағы ла нығытырға мөмкин, бигерәк тә иҡтисад өлкәһендә тине Радий Фәрит улы. Ҡаҙағстан ҡунаҡтары Башҡортостан делегацияһын яуап сәфәре менән үҙҙәренә саҡырҙы.

Әле Ҡаҙағстан Башҡортостандың 100 сит ил патнеры араһында бишенсе урынды биләй, 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса ике аралағы тауар әйләнеше 340 миллион долларға еткән. Бынан тыш, беҙҙең республика вуздарында 800 ҡаҙаҡ студенты уҡый, Өфөләге ислам университетында белем алыусылар байтаҡ.

Ҡаҙағстан вәкилдәре фекеренсә, ике республика сәнәғәт тармағында ла, мәҙәниәт, белем биреү өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтә ала. Беҙҙе борондан уртаҡ тарихи тамырҙар бәйләй, Мостай Кәримдең юбилей сараларына ла ҙур теләк менән килдек, ти ҡунаҡтар.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиллеге тергеҙелеүе ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA