Өфөгә икенсе донъя һуғышы осорондағы Дуглас Ди-Си 3 самолеты төштө

Өфөгә икенсе донъя һуғышы осорондағы Дуглас Ди-Си 3 самолеты төштө https://bash.news/news/107967_fg_ikense_donya_uyshy_osoronday_duglas_disi_3_samolety_tsht
19 окт 2019, 23:16

Америка һауа судноһы Ҡытайға юл тотҡан. Республиканың баш ҡалаһында ул яғыулыҡ ҡойоу өсөн туҡтаған. 1944 йылғы раритет менән Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап ойошторолған конкурста ҡатнашыусылар яҡындан танышты. Бәйгенең шарты буйынса, уларҙың ижадында әҙиптең исеме һәм Өфө аэропорты сағылыш табырға тейеш булған.

Конкурсанттар самолеттарҙың ергә төшөүен һәм һауаға күтәрелеүен осоу һыҙаты эргәһенән күҙәтте. Ябай пассажирҙарға бындай мөмкинлек бирелмәй, улар был мөмкинлекте аэропорт тәҙрәләре аша ғына күрә ала. Экскурсия барышында бәйгесләр һауа суднолары хеҙмәтләндерелгән ангарҙа, шулай уҡ перронда булды.

Өфөгә икенсе донъя һуғышы осорондағы Дуглас Ди-Си 3 самолеты төштө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA