Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә сираттағы курстар башланды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә сираттағы курстар башланды https://bash.news/news/107970_bashortostan_yuldash_televidenieyny_media_mktbend_sirattay_kurstar_bashlandy
19 окт 2019, 23:22

Бында журналистика һөнәрен үҙләштерергә теләгән уҡыусылар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә теоретик һәм практик белем алып, үҙҙәрен зәңгәр экрандарҙа алып барыусы булараҡ һынап ҡарай ала. Бай йөкмәткеле уҡыу программаһы сиктәрендә педагогтар телмәр техникаһы һәм мәҙәниәтенә арналған лекциялар уҡый, уҡыусыларҙы төрлө жанрҙарҙа текстар яҙырға өйрәтә.

Медиа мәктәбендә мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә дәрестәр ҡаралған. Белгестәр һаңғырау-телһеҙ уҡыусылар өсөн тапшырыуҙар, видеояҙмаларҙы монтажлау серҙәрен аса. Телевизион курста ун бала тәрбиәләгән Любовь Сәйетова ла шөғөлләнә. Әсә кеше малай-ҡыҙҙары менән Интернет киңлектәрендә ойошторолған яңылыҡтар рубрикаһын алып бара, шуға ла ул белемен камиллаштырыуға ынтыла.

Динара Ҡәйүмова: “Любовь Васельевна балалар йортонан туғыҙ һаңғырау-телһеҙ бала алып тәрбиәләй. Ул мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн интернетта үҙ каналын алып бара. 8 меңдән ашыу кеше уларҙың видеояҙмаларын яратып ҡарай”.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының медиа мәктәбендә сираттағы курстар башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA