Социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың ялған сәхифәләре артҡан

Социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың ялған сәхифәләре артҡан https://bash.news/news/108008_social_seltr_radij_xbirovty_yalan_sxiflre_artan
21 окт 2019, 15:11

Уларҙа Башҡортостан Башлығы исеменән халыҡтан ялыуҙар ҡабул ителә, ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирелә. Аккаунттарҙы кем асҡанлығы әлегә билдәһеҙ, хаттарҙы күҙәтеүсе юҡ. Башҡортостан Башлығына хәбәр ебәрергә теләгәндәр Фейсбук, Бәйләнештә, Инстаграм һәм Синыфташтарҙағы рәсми аккаунттарҙы файҙалана ала.

Социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың ялған сәхифәләре артҡан
Социаль селтәрҙә Радий Хәбировтың ялған сәхифәләре артҡан

Хаттарҙы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм белгестәре даими күҙәтеп бара. Радий Хәбировтың рәсми сәхифәләре социаль селтәр хакимиәтендә верификация үткән, йәғни раҫланған. Уның исем-шәрифе тамғаланған. Уға компьютер төрткөһө менән баҫҡанда раҫланған профиль , тигән яҙма сыға.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA