2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде

2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде https://bash.news/news/108032_2020_jyl_bashortostanda_zauyly_bilmlr_jyly_tip_ilan_itelde
21 окт 2019, 18:19

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай Указға ҡул ҡуйҙы. Документ халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары булдырыу, ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡты матурайтыу, йәғни, газон, тротуар, ҡоймаларҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтырыуға йүнәлтелгән.

2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде
2020 йыл Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде

Указға ярашлы, Республика Хөкүмәтенә Зауыҡлы биләмәләр йылына саралар планын һәм ойоштороу комитеты исемлеген раҫларға ҡушылған. Ҡала, район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына ла ошондай уҡ бурыс йөкмәтелә.

Юлдаш
Новости партнеров