“Иман” хәйриә фонды Башҡортостанда хоспис һәм мәсет төҙөлөшө өсөн яуаплы була

“Иман” хәйриә фонды Башҡортостанда хоспис һәм мәсет төҙөлөшө өсөн яуаплы була https://bash.news/news/108042_iman_xjri_fondy_bashortostanda_xospis_m_mset_tlsh_sn_yauaply_bula
21 окт 2019, 19:05

Республика етәксеһе Радий Хәбиров “Өфө хосписы” тигән автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Медицина учреждениеһын ойоштороусылары булараҡ Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, шулай уҡ “Иман” хәйриә фонды күрһәтелгән.

“Иман” хәйриә фонды Башҡортостанда хоспис һәм мәсет төҙөлөшө өсөн яуаплы була
“Иман” хәйриә фонды Башҡортостанда хоспис һәм мәсет төҙөлөшө өсөн яуаплы була

Хоспис 2020 йыл аҙағына төҙөлөп бөтөргә тейеш. Бынан тыш, хәйриә фонды Өфөлә Салауат Юлаев проспектында “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшөндә ҡатнашасаҡ.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA