Радий Хәбиров Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡушты

Радий Хәбиров Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡушты https://bash.news/news/108060_radij_xbirov_yay_jyl_kanikuldarynda_spirtly_esemlektr_atyuy_siklrg_ushty
21 окт 2019, 20:13

Республика башлығы был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда шулай уҡ рөхсәтһеҙ полигондарҙы бөтөрөү, ихаталарҙы ташландыҡ техниканан таҙартыу, һөтсөлөк тармағын үҫтереү хаҡында ла һүҙ барҙы. Был проблемаларҙы хәл итеү юлдары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Сүп-сар полигондары бөтөрөлә, әммә хәл маҡтанырлыҡ түгел. Әле булһа күп-ауыл-ҡалалар эргәһендә тирә-йүнде йәмһеҙләп, ауыр еҫ таратып ятҡан көнкүреш ҡалдыҡтарын күрергә мөмкин. Муниципаль берәмектәр 300-ҙән ашыу рөхсәтһеҙ полигонды таҙартҡан, әммә был тик 12 процент. Белгестәр сүп-сарҙы яндырырға тәҡдим итә. Радий Хәбиров тәҡдимде хупланы.

Генераль таҙартыу полигондарҙы ғына түгел, ихаталарҙы ла көтә. Тик бында һүҙ ҡалдыҡтар хаҡында бармай, йорт яндарын ташландыҡ, йылдар буйы ҡуҙғалмай торған транспорттан арындырыу талап ителә. Иң күп һандар Өфөгә тура килә, баш ҡала ихаталарында 500-ҙән ашыу ташландыҡ техника иҫәпләнә. Икенсе баҫҡыста Күмертау, өсөнсөлә Шишмә районы килә. Республика башлығы фекеренсә, тәүҙә иҫкәртергә, ваҡыт билдәләргә кәрәк, талап үтәлмәй икән штраф туҡталҡаһына оҙатырға мөмкин.

Проблемалар ғына түгел, уңыштар ҙа бар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, сәнәғәт тармағында етештереү ҡеүәте күтәрелә, төҙөлөш өлкәһендә алға китеш күҙәтелә. Торлаҡ сафҡа индереү 11 процентҡка артып 1 миллион ярым квадрат метрға еткән.

Агросәнәғәт комплексына килгәндә йыл аҙағына һауылған һөт күләме 735 мең тоннаға етергә тейеш. Был үткән йыл менән сағыштырғанда яҡшы. Әммә “сентябрь” указы буйынса 2024 йылға күрһәткесте миллион тоннанан арттырыу бурысы тора. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ, Шишмә, Дүртөйлө райондарына үҙ күрһәткестәре өсөн оят булырға тейеш тип белдерҙе.

Күләмле программаларға килгәндә, әле һигеҙ проект сафҡа индерелеү алдында, уларҙың суммаһы 9 миллиард һумға яҡын. Дәүләт ярҙамы менән хужалыҡтар 6 мең тирәһе тоҡомло мал алған. Белгестәр һөт күләме буйынса ҡуйылған бурыс үтәлсәк тигән фекерҙә.

Оператив кәңәшмәлә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш барышы ла ҡаралды. Өфөнөң Инорс биҫтәһе тәжрибәһе күрһәтеүенсә, дөйөм тырышлыҡ менән уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Хәҙер был микрорайонда сағыштырмаса һиллек урынлашты тип әйтергә була. Республика етәксеһе енәйәтселекте кәметеү өсөн яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы ла сикләргә ҡушты.

Үлем осраҡтарын кәметеүҙең тағы бер юлы-янғын иҫкәртеү ҡоролмалары. Өс йыл эсендә был приборҙар 300-гә яҡын кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған. Әлегә тиклем иҫкәртеү ҡоролмаһы ишле, яңы сабыйы тыуған ғаиләләргә генә тапшырылһа, быйылдан ҡоролма яңғыҙ донъя көткән олаларҙың йорттарына ла урынлаштырыла башланы.

Автор: Р. Кәримова.

Радий Хәбиров Яңы йыл каникулдарында спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров