Мәләүез ҡалаһында һөт кухняһы асылды

Мәләүез ҡалаһында һөт кухняһы асылды https://bash.news/news/108065_mlez_alaynda_t_kuxnyay_asyldy
21 окт 2019, 20:17

Быға тиклем продукция ваҡытлыса Ленин урамындағы шәхси магазинда таратылһа, хәҙер кибет айырым иркен бинаға күсте.

Балалар өсөн тәғәйенләнгән кефир, һөт һәм эремсек Стәрлетамаҡ һөт фабрика-кухняһында етештерелә. Аҙ милекле ғаиләләр һөт ризыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр бушлай ала. Шулай уҡ, 6 айҙан 3 йәшкә тиклемге балалар продукция менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә. Кәрәкле документтарҙы туплағандан һуң, ризыҡ ғаиләләргә исемлек буйынса таратыла. Әйткәндәй, яңы таратыу пунктында ғаиләләр шәхси QR-код ярҙамында хеҙмәтләндерелә ала.

Алла Кудинова, күп балалы әсә: “Һөт продукцияһы менән тулыһынса ҡәнәғәтбеҙ. Өҫтәмә рәүештә, оло балабыҙға ла алабыҙ. Беҙҙең бала саҡтағы һөт тәменә оҡшаған”.

Һөт ризығын бушлай алыуҙан тыш, уны үҙҡиммәтенә һатып алырға ла мөмкин. Киләсәктә Нефтекама, Октябрьский, Белорет һәм Сибай ҡалаларында етештереү майҙансыҡтарын төҙөү планлаштырылған. Унда ла Һөт кухняһы кибете асылыр тип көтөлә.

Илдар Сәйғәфәров, Һөт кухняһы директоры: “Башҡортостанда яҡынса 26 мең бала һөт ризыҡтары менән тәьмин ителеүгә мохтаж. Пилот проект сиктәрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының етештереү майҙансығынан 2 мең 200 сабыйҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ балаларҙы тәьмин итеү планлаштырыла”.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Мәләүез ҡалаһында һөт кухняһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA