Рәсәй Юғары суды ҡарары менән «Хизбут-Тахрир әл Ислами» ойошмаһының Өфөләге 12 ағзаһы террорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепле тип танылды

Рәсәй Юғары суды ҡарары менән «Хизбут-Тахрир әл Ислами» ойошмаһының Өфөләге 12 ағзаһы террорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепле тип танылды https://bash.news/news/108076_rsj_yuary_sudy_arary_menn_xizbuttaxrir_l_islami_ojoshmayny_flge_12_azay_terrora_atnashyua_jeple_tip_tanyldy
21 окт 2019, 22:57

Тикшереү иҫбатлауынса, Батыр Мөхәмәтов менән Булат Рахманов халыҡ-ара ойошманың әүҙем ағзалары булып, Башҡортостанда был хәрәкәтте булдырған.

Енәйәтселәр ойошманың террорсылыҡ менән шөғөлләнеүен һәм уның илдә тыйылған булыуын белеп эш иткән. Ойошмала һәр кемдең үҙ роле һәм бурысы булған. Уға ҡабул ителгәндә юғары етәксенең бойороҡтарын бер ҡаршылыҡһыҙ үтәү хаҡында ант бирелгән.

Тентеү ваҡытында террорсыларҙа тыйылған әҙәбиәт, экстремистик материалдар табылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә ғәйепләнеүселәр беренсе инстанция ҡарары менән риза булмай. Апелляция ҡарарына ярашлы, Батыр Мөхәмәтов 16 йыл ярымға, Булат Рахманов 16 йыл өс айға ҡаты режимлы колонияға оҙатылды. Ойошманың ҡалған 10 ағзаһының иректән мәхрүм ителеү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡалды.

Рәсәй Юғары суды ҡарары менән «Хизбут-Тахрир әл Ислами» ойошмаһының Өфөләге 12 ағзаһы террорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепле тип танылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA