«Өфө» футболсылары Рәсәй чемпионаты гранттарын мәрәйҙәрһеҙ ҡалдырыуын дауам итә

«Өфө» футболсылары Рәсәй чемпионаты гранттарын мәрәйҙәрһеҙ ҡалдырыуын дауам итә https://bash.news/news/108084_f_futbolsylary_rsj_chempionaty_granttaryn_mrjre_aldyryuyn_dauam_it
21 окт 2019, 23:17

Ике аҙналыҡ тәнәфестән һуң Вадим Евсеев тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙең ЦСКА клубын ҡабул итте.

Чемпионат лидерҙарының береһе өсөн «Нефтсе» стадионындағы уйын уңышлы башланды. Улар Илзат Әхмәтов тырышлығы менән иҫәпте асыуға өлгәште. Ә инде тәнәфестән һуң яҡташтарыбыҙ яуап тубы индерҙе.

Вячеслав Кротов типкән тупты дәғүәселәрҙең ҡапҡа һаҡсыһы кире ҡаға алманы. Шулай итеп көсөргәнешле осрашыу 1-1 иҫәбе менән тамамланды. Был уйындан һуң Башҡортостан командаһы 16 мәрәй туплап турнир таблицаһының 8-се баҫҡысына төштө. Киләһе турҙы улар 26 октябрҙә «Тамбов» клубына ҡаршы үткәрә.

«Өфө» футболсылары Рәсәй чемпионаты гранттарын мәрәйҙәрһеҙ ҡалдырыуын дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA