Башҡортостандың тағы ике районында ҡояш электр станцияларын төҙөү ҡарала

Башҡортостандың тағы ике районында ҡояш электр станцияларын төҙөү ҡарала https://bash.news/news/108163_bashortostandy_tay_ike_rajonynda_oyash_elektr_stanciyalaryn_t_arala
22 окт 2019, 20:56

Бөрйән районында комплекстың ҡеүәте 10 Мвт тиклем иҫәпләнгән. Был турала бөгөн Өфөлә асылған Рәсәй энергетика форумында һүҙ барҙы.

Форум сиктәрендә 25-се халыҡ-ара күргәҙмә лә үтә. Күләмле сарала меңдән ашыу делегат ҡатнаша, 130 компания үҙ экспозицияларын ҡуйған. Улар араһында сит ил вәкилдәре лә, Рәсәй төбәктәренән килеүселәр ҙә күп. Энергетика тармағындағы яңылыҡтар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Энергияны һаҡсыл һәм һөҙөмтәле ҡулланыу һәр өлкәлә лә мөһим. Аграр тармаҡта айырыуса, шуға күрә лә белгестәр яңынан-яңы технологияларға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, был теплицаның идара системаһы тулыһынса автоматлаштырлған, ул йәшелсә-емешкә тиҙ һәм юғалтыуһыҙ өлгөрөргә булышлыҡ итә. Пилотһыҙ эшләгән икенсе агрегат иһә агрономдар өсөн ҡулай.

Татарстан ҡунаҡтары хәүефһеҙ технологиялар тәҡдим итә, сөнки электр энергияһының файҙаһы ғына түгел, зыяны ла бар. Ул ут тоҡаныуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Белгестәр әйтеүенсә, күп янғындар ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында сыға. Заманса технологиялар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кисектереү мөмкинлеге бирә.

Күргәҙәмәлә традицион электр энергияһы сығанаҡтары менән дә, альтернатив ысулдар менән дә танышырға мөмкин. Тәү сиратта системаны һанлы технологияларға күсереү, энергияны һаҡсыл ҡулланыу хаҡында һүҙ бара. Форумда төрлө дәүләттәрҙән 200-ләп эксперт ҡатнаша. Ҡунаҡтар фекеренсә, Өфө форумы энергетика тармағындағы иң абруйлы майҙансыҡтарҙың береһе. Ул йылдар буйы үҙ кимәлен төшөрмәй һаҡлап килә.

Рәсәй энергетика форумының төп маҡсаты-яңы технологиялар менән танышыу, етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләү. Сөнки уңышҡа берҙәм көс менән генә өлгәшергә мөмкин. Республикала гибридлы ҡояш электр станцияһын төҙөү ниәте лә тәүге тапҡыр тап ошо форумда ҡарала. Хәҙер улар Башҡортостандың өс районында эшләй, ә Бөрйән районындағы проектты 2020 йылда сафҡа индереү ҡаралған, уны төҙөүгә 800 миллион һум инвестиция һалына.

Форум өс көн дауам итә, уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу, фекер алышыуҙар ҡаралған. Һүҙ традицион энергетиканы үҫтереү, альтернатив алымдарҙы ҡулланыу хаҡында бара. Мәҫәлән, иртәгә ҡояш энергетикаһы буйынса ултырыш уҙа, унда Өфөләге бер мәктәптең ҡыйығына уҡытыу ҡояш станцияһы урынлаштырыу мөмкинлеге ҡарала. Үҙенсәлекле проект Германияның сит илдәр министрлығы тарафынан финанслана.

Автор: Р.Кәримова.

Башҡортостандың тағы ике районында ҡояш электр станцияларын төҙөү ҡарала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров