Республика эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар өлкәһендәге кире тенденцияны ыңғай яҡҡа үҙгәртә алған

Республика эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар өлкәһендәге кире тенденцияны ыңғай яҡҡа үҙгәртә алған https://bash.news/news/108170_respublika_eshyuarly_m_investiciyalar_lkendge_kire_tendenciyany_yaj_yaa_grt_alan/?lang=bash
22 окт 2019, 23:11

Был турала Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тармаҡты үҫтереү буйынса Проект офисы ултырышында белдерҙе.

Александр Сидякин әйтеүенсә, Офистың эшмәкәрлеге милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла йүнәлтелгән. Тап милли проекттар шәхси инвестициялар йәлеп итеүгә, иҡтисади үҫешкә нигеҙ һала. Башҡортостан иһә 12 милли проектта ҡатнашыуға ғариза биргән. Уларҙы финанслауға 2024 йылға тиклем 176 миллиард һум йәлеп ителәсәк.

Ултырышта төбәктә инвестиция климаты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡануниәт сифаты ла ҡаралды. Тап ошо механизм буйынса ла милли рейтинг төҙөлә. Былтыр мәҫәлән, Башҡортостан 4.25 балл менән Б төркөмөнә ингән. Быйыл иһә күрһәткестәрҙе арттырыу маҡсаты тора.

Автор: Айнур Кәбиров.

Республика эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар өлкәһендәге кире тенденцияны ыңғай яҡҡа үҙгәртә алған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста