«ПОЛИЭФ» предприятиеһында авария осрағы буйынса енәйәт эше асылған

«ПОЛИЭФ» предприятиеһында авария осрағы буйынса енәйәт эше асылған https://bash.news/news/108171_polief_predpriyatieynda_avariya_osray_bujynsa_enjt_eshe_asylan
22 окт 2019, 23:15

9 октябрҙә Благовещенда таҙартылмаған сәнәғәт ҡалдыҡтары һыуҙары резервуары емерелгәйне. Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 8 тоннаға яҡын ҡалдыҡ Благовещен урман массивы һәм Өфө урмансылығы биләмәһенә, Ҡаҙмышлы йылғаһына аҡҡан.

Тәбиғәт объекттарына килтерелгән зыян 44 миллион һум менән баһалана. Тәфтиш комитеты тарафынан ойошторолған тикшереү барышында асыҡланыуынса, резервуаррҙағы етешһеҙлектәргә ҡарамаҫтан, предприятие хеҙмәткәрҙәре уны ремонтлап тороуҙы кәрәк тип тапмаған. Шунлыҡтан бысраҡ һыу йыйылған ҡоролма сафтан сыҡҡан.

«ПОЛИЭФ» предприятиеһында авария осрағы буйынса енәйәт эше асылған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA