Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе граждандар емерек йорттарҙа йәшәй

Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе граждандар емерек йорттарҙа йәшәй https://bash.news/news/108172_oa_jyldar_fn_shasha_bitend_jshse_grazhdandar_emerek_jorttara_jshj

Уңайлы шарттар көтөп. 50-се йылдарҙа һалынған ике ҡатлы өйҙәр күптән авария хәлендә тип танылған, әммә урындағы властар фатир хужаларын яңы йорттарға күсерергә ашыҡмай. Граждандарҙың тормошо БСТ каналының ижади төркөмө яҙмаһында.

Шаҡша биҫтәһендә Олимпийская урамы, 45-се йортта йәшәүсе граждандар ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла һыуҙы урамдағы ҡоҙоҡтан ташый. Өлкән йәштәгеләр йәки күп балалы әсәләргә бысраҡ юл аша алыҫҡа йөрөү айырыуса мәшәҡәтле. Ошонда уҡ сүплек тә урынлашҡан. Бәҙрәф урынына өйҙә биҙрә ҡулланған йорт хужалары ҡалдыҡтарҙы һәм көндәлек сүп-сарҙы ошонда килтереп түгә.

Ирина Тимашева, Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе: “Беҙ санитар талаптарға яуап бирмәгән йорттарҙа йәшәйбеҙ. Һыу, канализация тигән ябай уңайлыҡтарҙы күргәнебеҙ юҡ. Бәҙрәф тә урамда.”

Был йорттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн яуап биргән ойошма етәкселеге граждандар фекере менән риза түгел. Улар йорт тирәһе тәртиптә, ә подъездарҙы төҙөкләндереүгә граждандар үҙҙәре лә көс һалырға тейеш тип билдәләй. Быға тиклем йортто хеҙмәтләндереү шәхси ойошма ҡулында булған, яңы етәксегә Шаҡша участкаһы емерек хәлдә күскән.

Данис Ризуанов, «Шаҡша» торлаҡ-файҙаланыу идаралығы етәксеһе: “Күреүегеҙсә, ихата тирәһе йыйыштырылған. Ошо көндәрҙә бәҙрәфкә тиклем юл һалып ҡуясаҡбыҙ. Ҡамасаулаған ағастарҙы ҡырҡасаҡбыҙ. Бар эштәр ҙә бер-бер артлы башҡарылырға тейеш”.

Фатир эсендә хужалары ремонт эшләгән, эшләүен, әммә түшәмдән туҡтауһыҙ һыу аҡҡас стеналар күгәреп, төҙөлөш материалдары ҡубып төшкән.

Әлегә бында наркотиктар ҡулланыуҙан ҡалған шприцтар, иҫке йыуынғыстар ғына ята. Өҫ-башты тәртипкә килтерер өсөн бысраҡ булһа ла көҙгө ҡуйылған.

Виталий Брыкин, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзаһы: “Фатир хужалары башҡа граждандар кеүек үк коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡса түләй. Тимәк, улар уңайлы шарттарҙа йәшәргә хаҡлы. Йортто хеҙмәтләндереүгә айына мең һум түләп һыу һәм бәҙрәфһеҙ йәшәү хайран ҡалдыра”.

Йәшәү шарттарына зарланған халыҡ әйтеүенсә, был осраҡтан айырыуса балалар зыян күрә. Спорт менән шөғөлләнгән мәктәп уҡыусыһы насар һауанан бронхит менән ауырый башлай. Һыу артынан урамға сыҡҡан оло йәштәгеләр йыш ҡына боҙлауыҡта тайып йығылып йәрәхәтләнә. Законға ярашлы, Олимпийская урамында йәшәүселәрҙе яңы фатирҙарға күсереү 2020 йылда ҡаралған. Ә был ҡышты урындағы халыҡҡа иҫке йорттарында үткәрергә тура киләсәк.

Автор: Флорида Ким.

Оҙаҡ йылдар Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе граждандар емерек йорттарҙа йәшәй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA