Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары быйыл 207 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары урып йыйған

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары быйыл 207 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары урып йыйған https://bash.news/news/108173_strletama_rajony_xuzhalytary_byjyl_207_me_tonna_igen_m_ualy_igen_kulturalary_uryp_jyjan
22 окт 2019, 23:23

Ерҙе данлаусылар. Уртаса уңыш күләме гектарына 29 центнер тәшкил иткән. Ауыл эшсәндәре әле көнбағыш һуғыу менән мәшғүл, баҫыуҙа техника тауышы тынмай. Төбәктә һөт һәм ит етештереү буйынса күрһәткестәр ҙә артҡан, БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Иген урып-йыйыу эштәре күптән тамам, техника ялда. «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторы Рәмил Саттаров өсөн быйылғы йәй үтә лә уңышлы була, биш мең гектар майҙанда ашлыҡ йыйған. Район кимәлендә генә түгел, республика буйынса ла юғары күрһәткес.

Рәмил Саттаров, механизатор: “20 июль эш башлағайныҡ, тамамланыҡ сентябрҙә. Тырышып эшләнек, уңыш күп булды”.

Ураҡ ваҡытында яуым-төшөм күп булыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары ашлыҡ йыйыу буйынса республика кимәлендә беренсе урында. Был йүнәлештә инженер-агроном хеҙмәттәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Ауыл эшсәндәре киләһе йылдарҙа ла тәүге позицияны юғалтмаҫҡа йыйына, бының өсөн сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү күҙаллана.

Виктор Бульц, Стәрлетамаҡ районы баш агрономы: “Районда иген культураларының уртаса гектар ҡеүәте - 28,8 центнер тәшкил итте, дөйөм алғанда, ике йөҙ мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылды. Уңыштың алтмыш проценты – өс ҙур ауыл хужалығы предприятиелары – «Рощинский» совхозы, «Калинин», «Дуҫлыҡ» кооперативтарына тура килә”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының сәнәғәт зонаһында урынлашҡан элеваторға быйыл иген дымлы килә. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, уның сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур эш башҡарыла.

Миңзәлә Бикҡолова элеватор лаборанты: “Сүбен, сифатын тикшерәбеҙ. Килгән игенде таҙартабыҙ, элеваторға һалабыҙ”.

Элеватор әлегә етмеш процентҡа ғына тулған, әле келәттәргә техник культуралар һаҡлауға һалына. Урында яҙғы сәсеүгә орлоҡ та әҙерләнә.

Ришат Әхтәмов, предприятие баш агрономы: “Стәрлетамаҡ элеваторына - 81 мең тонна иген һалырға була, уның 61 меңе үҙебеҙҙеке, күрше хужалыҡтар ҙа алып килә. башлыса арпа, бойҙай үҫтерәбеҙ, сөнки беҙҙә сусҡа хужалығы бар”.

Ауыл хужалығы предприятиеһы ҡарамағында производство майҙандары ла бар. Сусҡа, һыйыр, ат итенән бында тултырмалар әҙерләнә. Тулы циклда эшләү – сығымдарҙы ла кәметә.

Минира Ғәлиуллина, предприятие хеҙмәткәре: “Иң беренсе беҙгә ит килә, беҙ уның һөйәктәрен алып, сорттарға бүләбеҙ. Фарш әҙерләйбеҙ. Яңы ҡорамалдар килә, предприятие үҫә”.

Компания етәкселеге, алдағы ярты йылда төбәк буйынса сауҙа нөктәләрен күбәйтергә йыйына. Был етештереү ҡеүәттәре артыуға бәйле.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары быйыл 207 мең тонна иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары урып йыйған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров