Өфөлә ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр араһында конкурстың икенсе этабы башланды

Өфөлә ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр араһында конкурстың икенсе этабы башланды https://bash.news/news/108174_fl_auyr_tormosh_sharttarynda_alan_balalar_trbilse_aillr_araynda_konkursty_ikense_etaby_bashlandy
22 окт 2019, 23:23

Быйыл бәйгелә 40-тан ашыу ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Еңеүселәргә 100 мең һум күләмендә бүләктәр ҡаралған.

Ғаилә үҙе бер бәләкәй дәүләт. Ә Вәлиев – Вервельскийҙарҙың дәүләтен бәләкәй тип әйтеп булмай. Уларҙың ғаиләһендә 23 кеше. Күп балалы әсә хатта, конкурс ваҡытында ҡыҙҙарына бәйләм бәйләргә өйрәтеп өлгөрә. Күргәҙмәгә әҙерләнгән өҫтәлдә бер нимә лә осраҡлы түгел. Башҡорт, рус, татар, марый кейемдәрендәге ҡурсаҡтар ғаиләләге милләт вәкилдәрен сағылдыра.

Үҙенекеләр үҫеп буй еткергәс – бер бер артлы уллыҡҡа, патронат тәрбиәгә, опекаға алып улар егерменән ашыу сабыйҙы бер ҡыйыҡ аҫтына һыйындырған.

Ситтән бала алыу игеҙәктәрен юғалтҡандан һуң башланған. Улар араһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәре лә бар. Ҡайһыһы һөйләшә алмай, йә насар ишетә, береһенең ирене китек. Тик күңелдәре бөтөн. Сөнки Ирина Александровна менән Вәхит Рауил улы янында уларҙың тормошо ышаныслы. Октябрҙә генә бер улдары Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булған.

Ғаилә һигеҙ туй үткәреп балаларын башлы-күҙле иткән. Кемдер мәктәпкә барырға йыйына, кемдер колледж тамамлай, кемдер университет. тормош мәшәҡәттәре араһында күмәкләп конкурсҡа ла әҙерләнеп өлгәрәләр.

Ирина Вервельская, күп балалы әсә: “Был конкурсҡа йәй буйы әҙерләндек. Һәр беребеҙ үҙ идеяһын әйтте. Видеоролик төшөрҙөк. Ныҡлы әҙерләнмәһәң һөҙәмтә булмай”.

Балтаста йәшәүсе Гөлнара менән Филүс Шаймөхәмәтовтар дүрт балаһын аяҡҡа баҫтырғас яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙарҙы үҙенеке итеп ҡабул итә. Ғаилә ансамблендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаусы ла бар. 13 ғаилә ағзаһының һәр береһенә милли кейем тектерелгән.

Уллыҡҡа, опекунлыҡҡа, попечителлеккә һәм патронат тәрбиәгә бала алған ғаиләләр араһында был конкурс өс йылға бер үткәрелеп килә. Быйыл республика райондарынан 40-тан ашыу ғаилә унда ҡатнашыу теләге белдергән. Ойоштороу комитеты уларҙың юғары ижади потенциаллы булыуын билдәләй.

Гүзәл Зәйниева, Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу республика үҙәгенең социаль педагогы: “Конкурс етем балалар яҙмышына, ошо проблемаға йәмғиәттең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында ойошторола”.

Йыл башындағы статистика мәғлүмәтенә ҡарағанда, республикала ата-әсә наҙынан мәхрүм 11 меңдән ашыу бала иҫәпләнә. Оло йөрәкле ата-әсәйҙәр ауыр яҙмышлы балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырып был проблеманы аҙ булһа ла хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр араһында конкурстың икенсе этабы башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA