Баймаҡ районында быйыл өсөнсө мәсет үҙ ишектәрен асты

Баймаҡ районында быйыл өсөнсө мәсет үҙ ишектәрен асты https://bash.news/news/108175_bajma_rajonynda_byjyl_sns_mset_ishektren_asty
22 окт 2019, 23:24

Күптән түгел генә Үрге Яйыҡбай, Мәмбәт ауылдары халҡы шатлыҡлы минуттар кисерһә, ошо көндәрҙә дөйөм көс менән Ғүмәр ауылында ла иман йорто ҡалҡып сыҡты.

Ғүмәр ауылына ике быуат элек нигеҙ һалынған. Октябрь революцияһына тиклем был ауылда аҙан моңо халыҡты үҙенә саҡырып торған ҙур мәсет эшләгән, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында иман йорто юҡ ителгән. Әммә диндар йәнле кешеләр имандан ваз кисмәй. Ауыл халҡының көсө менән 2 йыл эсендә Ғүмәрҙә ыҡсым мәсет ҡалҡып сыҡты. Халыҡ уны асыу тантанаһына дәррәү йыйылды.

Иман йорто ауылдың әүҙем кешеләренең уртаҡ хеҙмәте. Кем бура төҙөгән, кем аҡсалата ярҙам күрһәткән. Ауылдың имам-хатибы Әҙеһәм Әхмәтйәнов һәм ҡунаҡтар мәсет асыу тантаһында мәсет төҙөүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы.

Ауылда мәсеттең балҡып ултырыуында ситтә йәшәүсе яҡташтарҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ. Берҙәм көс менән асылған иман йортонда яңы тыуған бәпес исемле булды. Ауылдың ҡото булған мәсеттә аҙан тауышы тынмаҫ, никах туйҙары үтер, халыҡ күпләп иманға килер тип көтөлә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Баймаҡ районында быйыл өсөнсө мәсет үҙ ишектәрен асты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA