«Салауат Юлаев» менән «Авангард» командалары араһындағы уйын еңеүсеһе буллиттар серияһында хәл ителде

«Салауат Юлаев» менән «Авангард» командалары араһындағы уйын еңеүсеһе буллиттар серияһында хәл ителде https://bash.news/news/108177_salauat_yulaev_menn_avangard_komandalary_araynday_ujyn_eesee_bullittar_seriyaynda_xl_itelde
22 окт 2019, 23:25

Бөгөн Николай Цулыгин дружинаһы үҙ боҙонда Омск командаһын ҡабул итте. Дәғүәселәр иҫәпте осрашыу башында уҡ асты. Был иҫәп матч аҙағына тиклем үҙгәрмәй килде.

Шулай ҙа сиренаға дүрт секунд ҡалды тигәндә, ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы хоккейсы менән алмаштырған юлаевсылар яуап шайбаһы индерҙе. Уңышҡа Сакари Маннинен өлгәште. Овертаймда командалар иҫәпте үҙгәртә алманы, ә бына булиттарҙа «Авангард» клубы көслөрәк булды. Киләһе осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы 24 октябрҙә «Витязь» хоккейсыларына ҡаршы үткәрә.

«Салауат Юлаев» менән «Авангард» командалары араһындағы уйын еңеүсеһе буллиттар серияһында хәл ителде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA