Әбйәлил районында Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡ атыу буйынса турнир үтте

Әбйәлил районында Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡ атыу буйынса турнир үтте https://bash.news/news/108178_bjlil_rajonynda_bejesh_batyr_itlegen_u_atyu_bujynsa_turnir_tte
22 окт 2019, 23:26

Беренсе тапҡыр ойошторолған бәйгегә хужаларҙан тыш, Өфө, Сибай ҡалалары, Ишембай, Бөрйән, Учалы, Белорет һәм Салауат райондары вәкилдәре ҡатнашты. Мәргән уҡсылар үҙ оҫталыҡтарын ҡатмарлы һауа шартарында һынаны.

Бәйгенең беренсе көнөндә йәйәүле уҡсылар ярышты. Улар өс төркөмгә бүленеп,төрлө арауыҡта мәргәнлеген һынаны. Дөйөм мәрәйҙәр иҫәбе буйынса Бөрйәндән Дим Юлбирҙин беренсе урын яуланы. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙар араһында Учалынан Динә Вәлиеваға тиңләшеүсе табылманы. Икенсе көндө стартҡа һыбайлылар баҫты. Улар ике этапта мәргәнлеген күрһәтте.

Ярыш шарттары буйынса һыбай менән уҡсы 90 метрлыҡ арауыҡты сабып үтер өсөн 14 секунд ваҡыт бирелде. Һуңынан улар 7 метр алыҫлыҡта торған ике сәпкә атты. Бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Учалынан Таһир Таңатов беренселекте яуланы. Икенсе, өсөнсө урындарҙы Әбйәлил намыҫын яҡлаусы Рушан Хәсәнов һәм өсөнсөлә Салауаттан килгән уҡсы Айнур Низаметдинов бүлеште.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районында Бейеш батыр иҫтәлегенә уҡ атыу буйынса турнир үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров