Ағиҙел йылғаһы аша күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла

Ағиҙел йылғаһы аша күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла https://bash.news/news/108199_aiel_jylay_asha_kper_kile_jylda_fajalynyua_tapshyryla
23 окт 2019, 12:20

Бөрйән районының Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип ауылдарында Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күпер ҡасан файҙаланыуға тапшырылыр? Халыҡты ошо һорау борсой. Оҙаҡ төҙөлгән күпер хаҡында “Юлдаш” радиоһы хәбәр иткәйне.

Ағиҙел йылғаһы аша күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла
Ағиҙел йылғаһы аша күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла

Күпер 2016 йылда һалына башлаған. Бер нисә подрядсы алмашынған. Эштәр туҡтап та торған. Ауылда йәшәүселәрҙең ялыуы “Инцидент” системаһына эләккән. Күперҙе һаласаҡ яңы ойошма билдәләнде, тип хәбәр итәләр Бөрйән районы хакимиәтенән. Ҡоролманы 2020 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әле халыҡ йылға аша аҫылмалы күперҙән сыға.

#Инцидент #Башҡортостан

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA