Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән

Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән https://bash.news/news/108202_bjlil_rajonyna_robottar_eshk_kilgn
23 окт, 10:19

“Красная Башкирия” хужалығында заманса ферма эшләй. Унда оператор, ветеринар, компрессор, һөт урынлаштырыу өсөн бүлмәләр бар.

Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән
Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән

“Фермаға Даниянан һыйырҙар ҡайтарылды. Улар быҙаулағансы Озерный фермаһында тотола. Әле Голландиянан килтерелгән роботтарҙы монтажлау менән мәшғүлбеҙ”, - ти район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов.

Әбйәлил районына “роботтар” эшкә килгән

Быйыл Әбйәлилдә Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуйы сиктәрендә 800 баш һауын һыйыр һыйҙырышлы роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү хаҡында инвестиция килешеүе төҙөлдө. Инвестиция күләме – 460 миллион һум.

Юлдаш
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA