Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы

Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы https://bash.news/news/108204_bgn_fl_evraziya_gumanitar_forumy_esh_bashlany
23 окт, 12:12

ЮНЕСКО ҡарамағындағы абруйлы сара 2015 йылдан алып дүртенсегә үтә. Ул быйыл фәнни-мәғариф, мәҙәни белем биреү йүнәлешендә эшләй. “Ошо өлкәләрҙә дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу төп бурыс итеп ҡуйылды”, - ти Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.

Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы

Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы

Евразия гуманитар форумы сиктәрендә Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Ҡаҙағстандың Елбасы китапханаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыла. “Ҡаҙағстан мәғрифәтселәре Өфөлә белем алды. Ике республика араһында күптән ышаныслы бәйләнештәр бар ”, - Ҡаҙағстан академигы Ғәзиз Телебаев.

Бөгөн Өфөлә Евразия гуманитар форумы эш башланы

Өфөлә Евразия гуманитар форумы иртәгә лә дауам итә. Программала төрө темалар буйынса фәнни-практик конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA