Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән https://bash.news/news/108216_bashortostandy_yu_turizmy_bujynsa_jyjylma_komanday_tyanshan_bujlap_sarydzhaz_jylaynan_ayp_tshkn
23 окт, 16:00

Команда Рәсәй чемпионатында ҡатнаша. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев спортсылар менән осрашып, рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән

Ҡырғыҙстан биләмәһе аша үткән Сарыджаз йылғаһы маршруты ҡатмарлылыҡ буйынса алтынсы категория менән баһалана. Туристар унда һирәк йөҙә, йылға элекке СССР биләмәһендәге иң ауыр маршруттарҙан һанала. Һыу туризмы буйынса спорт мастерлығына кандидат Азат Байков әйтеүенсә, команда походҡа оҙаҡ әҙерләнгән.

Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Тянь-Шань буйлап Сарыджаз йылғаһынан ағып төшкән

Башҡортостан командаһы ике аҙна эсендә йөҙ километрҙан ашыу һыу юлы үткән. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса документаль фильм әҙерләнә.

Юлдаш
Новости партнеров