Онкология ауырыуҙары «Йоматау» шифаханаһында медицина реабилитацияһы үтеүе мөмкин

Онкология ауырыуҙары «Йоматау» шифаханаһында медицина реабилитацияһы үтеүе мөмкин https://bash.news/news/108253_onkologiya_auyryuary_jomatau_shifaxanaynda_medicina_reabilitaciyay_tee_mmkin
23 окт 2019, 21:47

Был турала бөгөн шифахана базаһында үткән Сәләмәтлек сәғәтендә белдерелде. Кәңәшмәлә табиптарға ҡытлыҡ булған төпкөл райондарға эшкә барған белгестәргә өҫтәмә матди дәртләндереү саралары хаҡында ла һүҙ барҙы. Был тәҡдимде Республика башлығы индерҙе. Ә бына табиптар булып та, хеҙмәтләндереү сифаты түбән Салауат ҡалаһына яуап тоторға тура киләсәк. Сәләмәтлек сәғәтендә һәм Өфө районы буйлап эш сәфәрендә күтәрелгән проблемалар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

«Йоматау» шифаханаһы дауалауҙа традицион алымдарҙы ла, заман технологияларын да ҡуллана. Быйыл учреждение яман шешкә дусар булғандар өсөн медицина реабилитацияһы ла ойоштора башлаған.

Радий Хәбиров Йоматау тәжрибәһен хупланы, реабилитация сәләмәтлекте нығытыу йәһәтенән бик мөһим. Республика башлығы шифаханала заманса шарттар тыуҙырыу бурысын да ҡуйҙы.

Медицина реабилитацияһы, заманса шарттар тыуҙырыу сәләмәтлек сәғәтендә лә тикшерелде. Әммә уңайлыҡтар булып та хеҙмәтләндереү сифаты түбән төбәктәр бар. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһы, пациенттар белгестәргә эләгеү өсөн таңғы биштән сират алырға мәжбүр. Халыҡ был турала «Инцидент» системаһына ла яҙған.

Табиптар тәьминәте буйынса эш бара, әммә белгестәргә ихтыяж әле булһа ла ҙур. Бигерәк тә башҡаланан алыҫта, ситтә ятҡан район дауаханаларында. Радий Хәбиров табиптарға ҡытлыҡ кисергә төпкөл райондар өсөн өҫтәмә матди дәртләндереү сараларын ҡарарға ҡушты. Ә эш башлаған аҡ халатлыларға кәңәшмәлә сертификат тапшырылды. Аҡсалата премия онкологик сирҙәрҙе иртә асыҡлаған табиптарға ла бирелде.

Өфө районындағы тағы бер объект социаль өлкәгә бәйле. Бында мәктәп һәм балалар баҡсаһын ҡайнар аш менән тәьмин итеү буйынса пилот проекты тормошҡа ашырыла. Бина табылған, әммә уны йылы гараждар категорияһынан ярымыфабрикаттар цехына күсереү мотлаҡ. Шулай уҡ газ селтәрҙәренә тоташтырыу, етештерелгән продукцияға сертификат алыу талап ителә. Радий Хәбиров проблемаларҙы хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеләсәк тине, комбинат декабрь уртаһына эш башларға тейеш.

Мәктәптәрҙә туҡландырыу ғына түгел, йыһазландырыу мәсьәләһе күтәрелә. Республика етәксеһе мәғариф учреждениеларында йыһаздарҙы яңыртыу бурысын ҡуйҙы. Мебелдең урындағы предприятиелар тарафынан етештерелеүе һәм сифатлы булыуы төп шарт. «Өфөмебель» компанияһы белгестәре фекеренсә, балалар өсөн мебель эшләүҙең ҡатмарлығы юҡ.

«Өфөмебель» предприятиеһы әле яҡынса ике мең төрлө продукция сығара, цехтар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, әммә улар тулы ҡеүәткә файҙаланылмай. Ә мөмкинлектәр етерлек.

Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге Өфө районындағы ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Станция 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гикакалорий йылылыҡ бүлеп сығарыуға иҫәпләнгән. Йәғни, йылылыҡ менән 3 миллион квадрат метрға тиклем торлаҡты тәьмин итергә мөмкин. Тап ошо станция Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мөмкинлеге лә асҡан.

Автор: Р.Кәримова.

Онкология ауырыуҙары «Йоматау» шифаханаһында медицина реабилитацияһы үтеүе мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир