Башҡортостандан 12 турист Урта һәм Үҙәк Азиялағы иң ҡатмарлы йылғаны ауыҙлыҡланы

Башҡортостандан 12 турист Урта һәм Үҙәк Азиялағы иң ҡатмарлы йылғаны ауыҙлыҡланы https://bash.news/news/108254_bashortostandan_12_turist_urta_m_k_aziyalay_i_atmarly_jylany_auylylany
23 окт 2019, 21:49

Урал йылғаларынан Тянь-шань һыртына. Бөгөн республиканың рафтинг буйынса йыйылма командаһы менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе осрашты.

Тянь-Шань тауҙарынаң Сарыжаз йылғаһын рафтинг менән шөғөлләнеүселәр иң юғары бейеклек тип һанай. Уны үтеү ҙә һәр кемгә бирелмәй. Маршрутта республика спортсылары 5-се, 6-сы класслы ҡатмарлыҡтағы һикәлтәләр үткән. Команда ла башлыса оҙаҡ йылдар һыу туризмы менөн шөғөлләнгән тәжрибәле һалсылар тупланған.

Константин Толкачев спортсыларҙы оло еңеүе менән ҡотлап Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һыу туризмында ҡатмарлығы буйынса эталон йылғаны үтеү республика спортсыларының юғары әҙерлекле булыуын күрһәтә, тине парламент рәйесе. Ә инде йәштәр өсөн был ҡыйыулыҡ үрнәк һәм спорттағы ҡаҙаныштар өсөн яҡты миҫал булып тора.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостандан 12 турист Урта һәм Үҙәк Азиялағы иң ҡатмарлы йылғаны ауыҙлыҡланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир