Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләйәсәк

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләйәсәк https://bash.news/news/108353_radij_xbirov_berm_rsj_partiyayny_bashortostan_bleksen_etkljsk
24 окт 2019, 23:12

Рәсәй төбәктәренең бер төркөм губернаторҙары «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәләрен етәкләү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Улар араһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та бар.

Сәйәси башланғысты «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе рәйесе Дмитрий Медведев та хупланы. Уның фекеренсә, төбәк етәкселәре өсөн әлбиттә эш өҫтәлә, әммә был сара шулай уҡ төбәктең өҫтәмә мөмкинлеге лә. Партия меңдәрсә кешенең тауышын ишетеү форсаты.

Сәйәси фирҡәнең төрлө кимәлдәге депутаттары бар. Әгәр төбәк башлыҡтары сәйәси фирҡә бүлексәләрен етәкләгән осраҡта улар ҙа төбәк башлығының терәк һәм таянысына әйләнергә тейеш, – тип билдәләне Дмитрий Медведев ултырышта.

Бер аҙҙан сәйәси фирҡәнең генераль советында 13 төбәк башлығына партия бүлексәһе секретары вәкәләттәрен башҡарыуҙы йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Улар араһында Радий Хәбиров та бар. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләйәсәк.

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһен етәкләйәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA