Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан икенсе урында

Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан икенсе урында https://bash.news/news/108354_mktp_tulanyuyn_ojoshtorou_bujynsa_bt_rsj_konkursynda_bashortostan_ikense_urynda/?lang=bash
24 окт 2019, 23:13

Өфө һәм Яңауыл ҡалалар араһында 3-сө һәм 9-сы баҫҡыста. Башҡортостан башлығы был яңылыҡҡа социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә үҙ ҡарашын белдерҙе.

Был беҙҙең барыбыҙҙың да бер нисә ай дауамында ныҡышмалы хеҙмәте һөҙөмтәһе. Шул уҡ ваҡытта камиллыҡтың сиктәре юҡ. Күп кенә мәктәп ашханаларының матди базаһы түбән, йыш ҡына балаларға ашты һалып еткермәйҙәр, өҫтәлгә ҡуйылған ризыҡ тәмһеҙ һәм сифатһыҙ булыу осраҡтары ла бар.

Әммә уҡыу йылы башланғандан алып ике ай үтер-үтмәҫ мәктәп ашханаларында иртәнге һәм төшкө ашты ашаған балалар һаны 30 процентҡа артҡан, был факт. Атап үтелгән күрһәткес беҙ дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуыбыҙға кире ҡаҡмаҫлыҡ дәлил. Һөҙөмтәлә балаларыбыҙ сифатлы һәм тәмле аш-һыу менән тәьмин ителә.

Намыҫ менән эшләргә, үҙгәрештәргә асыҡ булған операторҙарға һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, ә балаларҙы туҡландырыуға һүлпән ҡараусылар менән кисекмәҫтән хушлашабыҙ, – тип белдергән республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан икенсе урында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста