Киләһе йылдың ғинуар айынан дөйөм практика стоматологтары барлыҡҡа киләсәк

Киләһе йылдың ғинуар айынан дөйөм практика стоматологтары барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/108356_kile_jyldy_inuar_ajynan_djm_praktika_stomatologtary_barlya_kilsk/?lang=bash
24 окт 2019, 23:21

Был турала бөгөн Өфөлә асылған Волга буйы стоматологтары форумында билдәләнде. Кәңәшмәлә Башҡортостан төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан белгестәр ҡатнаша. Тармаҡтағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева һөйләй.

Поликлиникаларҙы был сирҙән «Һаҡсыл поликлиника» системаһы арындыра. Төҙөкләндереүҙән һуң республика стоматология поликлиникаһы ла тап ошо ысул менән эшләй башлаған.

Ә сирлеләрҙе администратор ҡаршы ала һәм ярҙам итә, һорауҙарға яуап бирә. Был вазифа яңы ғына барлыҡҡа килгән. Регистратура асыҡ. Элекке кеүек быяла менән ҡапланмаған.

Коридорҙар, көтөү урындары бөтәһе лә заманса. Теше һыҙлап килеүселәр арҡаһында сиратта ултырыу ваҡыты оҙайһа, хәҙер был категория граждандарҙы дежур табип ҡабул итә.

Поликлиникала балалар бүлеге лә асылған. Кескәйҙәр тешен дауалауҙы һиҙмәй ҙә ҡала. Бындай уңайлыҡтар ғәҙәттә шәхси стоматология үҙәктәрендә булыуына өйрәнелһә, дәүләт ҡарамағындағы учреждениеларҙа ла хеҙмәтләндереү сифаты лайыҡлы була ала. Тештәрҙе мотлаҡ медицина страховкаһын ҡулланып дауаларғамы, әллә тулыһынса түләпме- һәр кем үҙ хәл итә.

Рөстәм Дүмәев, Республика стоматология поликлиникаһы баш табибы: “Дәүләт ҡарамағындағы поликлиникалар шәхси милектәгеләр менән конкуренция шарттарында эшләй. Заманса технологияларҙы индереү көн талабы”.

Үҙәктә йәшәүселәр өсөн ошондай шарттарҙа тешен дауалау мөмкинлеге булдырылһа, ауылдарға стоматология кабинеты үҙе бара. Республика стоматология поликлиникаһының күсмә модуле ике йыл эсендә 25 районда булып төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙе ҡабул иткән. 28 октябрҙән 1 ноябргә тиклем модуль Үрге Әүжәндә туҡтаясаҡ.

Күсмә модуль бөтә кәрәкле медицина техникаһы менән йыһазландырылған. Белгестәр пациенттарҙа онкология булыу ихтималын да тикшерә. Бының өсөн махсус аппарат бар. 32 кешенең өсөһөндә был диагноз раҫланған.

Күсмә кабинет урында биш көн дауамында эшләй ҙә китә. Ә уға өлгөрмәгәндәр теш һыҙлауы менән ҡала. Әле респблика райондарына йөҙгә яҡын стоматолог кәрәк.

Ауылдарҙа стоматология кабинеттарын кадрҙар менән тәьмин итеү, лазер, һанлы технологиялар ҡулланып дауалау һәм башҡа мәсьәләләр Өфөлә асылған Волга буйы федераль округы стоматология форумында ла ҡарала.

Дмитрий Трунин Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш стоматологы, Рәсәй стоматологтар ассоциацияһы президенты: “Ул табиб хирург, ортопед, терапевт һәм балалар табибын үҙендә берләштерәсәк. Яңылыҡ тап ауыл ерендә сифатлы стоматология булдырыу маҡсатында эшләнә. Алыҫтан республика поликлиникаһына килеп йөрөргә кәрәкмәйәсәк”.

Һаулыҡ һаҡлауҙа стоматология өлкәһендә тағы ла яңылыҡтар көтөлә. Студент вузға ингәндән алып пенсияға сыҡҡанға тиклемге хеҙмәт юлында медицина белгесенең хоҡуҡтары тураһында яңы стандарттар ҡарала.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Киләһе йылдың ғинуар айынан дөйөм практика стоматологтары барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста