Республика белем усаҡтарында Халыҡ-ара Берҙәмлек көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтә

Республика белем усаҡтарында Халыҡ-ара Берҙәмлек көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтә https://bash.news/news/108357_respublika_belem_usatarynda_xalyara_bermlek_knn_arnalan_asy_drestr_t/?lang=bash
24 окт 2019, 23:28

Балалар өсөн тарихи фильмдар күрһәтелә, татыулыҡ, дуҫлыҡ төшөнсәләренә бәйле әңгәмәләр ойошторола. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Илһөйәрлек тойғоһон уҡыусылар яҡшы белә. Ватаныбыҙҙың үткәненә лә битараф түгелдәр. Уҡытыусының һәр һорауына – яуаптары бар. Асыҡ дәрес бынан дүрт йөҙ йыл элек булған тарихи ваҡиғаларға арналды. Рәсәй дәүләтен тергеҙеү, уны сит ил баҫҡынсыларынан ҡотҡарыу – халыҡтар берҙәмлеге символына әйләнә.

(у)Гөлнара Юлдашбаева Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-cы башҡорт лицейы уҡытыусыһы: “Балалар тарихты белеп үҫһә, беҙҙең республиканың киләсәге лә өмөтлө. Шуға мин дәрестәремде ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышам. Презентациялар, төрлө тарихи фильмдар ҡарайбыҙ, тест яҙҙырам”.

Нурсилә Фазлетдинова, Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-cы башҡорт лицейы уҡыусыһы: “Республикала ҙур байрам яҡынлашып килә, беҙ уға ныҡ әҙерләнәбеҙ. Мәктәптә матур концерт ҡуйыла, беҙ унда төрлө халыҡтарҙың йырҙарын, бейеүҙәрен ҡуясаҡбыҙ”.

Балалар тыуған илгә дан йырлай. Өфөнөң 84-cе татар гимназияһында ойошторолған асыҡ дәрестәр ҙә милләт-ара дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа әйҙәне. Таҡтаға ҡуйылған ер шары һүрәтен устар менән ҡаплау уҡыусыларҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләп, берҙәмлек тойғоһон уятты.

Ләйсән Еникеева, Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡытыусыһы: “Балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләргә тырышам, хикәйә, шиғырҙар уҡып, уларға анализ яһап, дәрестәр ойошторабыҙ”.

Сулпан Ахунова, Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусыһы: “Республика ҙур, тәбиғәте матур, халҡы тырыш. Мин үҫкәс табип булырға теләйем, шуға тырышып уҡыйым”.

Донъялағы иң ҡеүәтле көс - халыҡтар дуҫлығында. Шуға белем усаҡтарында ойошторолған асыҡ дәрестәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Тарихи ваҡиғаларға ҡыҫҡаса байҡау яһау эҙһеҙ үтмәй, балаларҙа тыуған илдең үткәненә ҡыҙыҡһыныу арта ғына. Башҡортостандың йөҙ йыллығы уңайынан мәктәптәрҙә мәҙәни саралар ҙа ойоштороласаҡ

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Республика белем усаҡтарында Халыҡ-ара Берҙәмлек көнөнә арналған асыҡ дәрестәр үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста