Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһен етәкләйәсәк

Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһен етәкләйәсәк https://bash.news/news/108378_radij_xbirov_berm_rsj_partiyayny_tbk_bleksen_etkljsk
25 окт 2019, 10:00

Республика башлығы Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһы етәкселегенең төбәк бүлексәләре секретарҙары вазифаһына канидидат булған губернаторҙар менән осрашыуында ҡатнашты. Осрашыуҙы партия рәйесе Дмитрий Медведев алып барҙы.

Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһен етәкләйәсәк
Радий Хәбиров Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк бүлексәһен етәкләйәсәк

Уның әйтеүенсә, һайлаусылар ышанысын көндәлек эш менән аҡларға кәрәк. Яңы етештереү урындары, яңы юл, яңы төҙөкләндерелгән биләмә - былар барыһы ла халыҡты борсоған проблемалар. Уларҙы хәл итергә тейешбеҙ. Төбәк бүлексәләре секретарҙары вазифаһына кандидаттар ошо һәм башҡа проблемаларҙы хәл итергә һәләтле, тине Дмитрий Медведев. Фирҡәнең генераль советы президиумында партияның егерме төбәк бүлексәһендә секретарь вазифаһын башҡарыусы кандидатуралар, шулай иҫәптән, Башҡортостандан Радий Хәбиров хупланды.

Юлдаш
Новости партнеров