Ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр «Нива» автомобиле менән бүләкләнде

Ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр «Нива» автомобиле менән бүләкләнде https://bash.news/news/108443_auyl_xuzhalyy_tarmaynda_yuary_aanyshtara_lgshkndr_niva_avtomobile_menn_blklnde
25 окт 2019, 21:07

Ялан батырҙарына автомобиль. Республика башлығы ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ер хужаларына «Нива» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Өр яңы техника 10 механизаторға бирелде.

Улар араһында тәжрибәле белгестәр ҙә, студенттар ҙа бар. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан автомобилдәрҙә тапшырыуҙан тыш, дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы ла үтте. Аграрийҙарҙың өлгәшкән уңыштары һәм алдағы маҡсаттар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Хәйҙәр Хызыров һымаҡ кешеләр тураһында техника ене ҡағылған тиҙәр. Ул иҫ белгәндән алып тимер-томор араһында, ауылдаштары уның бәләкәй генә сағында ялан аяҡ механизаторҙар янында уралғанын хәтерләй. Шуға һөнәр һайлау мәсьәләһе бер ваҡытта ла тормай, Хәйҙәр Хисаметдин улы ергә тоғро ҡала. Хәйҙәр Хызыровтың хеҙмәт стажы 4 тиҫтә йылдан ашыу, көндө-төнгә ялғап эшләгән ялан батырына бөгөн «Нива» автомобиле тапшырылды.

Еңел автомобиль асҡыстары 10 механизаторға бирелде. Иң ҡыуаныслыһы - бүләкләнеүселәр араһында йәштәр ҙә байтаҡ. Тимәк, ер яҙмышы-ышаныслы ҡулдарҙа. Республика башлығы билдәләүенсә, бураларға 3 миллион 300 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һалынған, башҡа культураларҙың да уңышы яҡшы.Тармаҡты матди-техник базаһын яңыртыу бара, тине Радий Хәбиров.

Ҡоро һандар артында меңдәрсә кешенең әсе тире, ҡул көсө, йоҡоһоҙ төндәр. Борсолоуҙары менән һуғарылған. Сөнки юғары ҡаҙаныштарға тик тынғыһыҙ хеҙмәт менән генә өлгәшергә мөмкин. Быйыл иң юғары уңыш Саҡмағош районында, ҡайһы бер баҫыуҙарҙа гектар ҡеүәте 60-70 центнерға тиклем барып етә. Әммә ураҡ еңел генә бирелмәй.

Хеҙмәт алдынғыларына бөгөн дәүләт наградалары ла тапшырылды. Һеҙҙе тыуған ергә һөйөү, юғары һөнәри оҫталыҡ бәйләй, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, тине Радий Фәрит улы. Аграрийҙарҙан киләсәктә күрһәткестәрҙе ике тапҡырға артырыу ҙа талап ителә. Ә миҫалды ситтән эҙләргә кәрәкмәй, үҙебеҙҙең Башҡортостанда ҡеүәтле, өлгө алырлыҡ хужалыҡтар етерлек.

Бүләкләнеүселәр араһында билдәле хужалыҡ етәкселәре лә, ябай механизатор, һауынсылар ҙа бар. Тап уларҙың көндәлек хеҙмәтенә сауҙа кәштәләренең тулы булыуы, һәр кем ҡулланған аҙыҡ-түлектең сифаты бәйле. Ер хужалары әйтеүенсә, хәҙер эш шарттары еңелләшә, яңы технологяилар үтеп инә, автоматлаштырыу бара. Әммә төп талап үҙгәрмәй, ауыл хужалығында эшләү өсөн ерҙе яратыу, үҙеңде ысын хужа итеп тойоу шарт.

Күргәҙмәлә хужалыҡтар етештергән продукция менән танышрға мөмкин. Күренеүенсә, яңы технологиялар, яңы, табышлы культуралар индереү, эшкәртеүҙе яйға һалыу, сит ил баҙарына әҙер продукция сығарыу бара. Әммә был стратегик үҫеш планының тәүге баҫҡысы ғына.

Ер кешеһенең ғүмере аҙна,айҙарға түгел, сәсеү, ураҡ, ҡышлатыу кеүек миҙгелдәргә бүленә. Был осорҙарҙың һәм береһе үҙ-ара бәйле һәм мөһим. Әле урып йыйыу эштәре тамамамланып та өлгөрмәгән ә ауыл эшсәндәре киләһе миҙгелде хәстәрләй. Аграрийҙар алдында оло маҡсаттар ҙа тора, республика етәксеһе 2024 йылға бураларға һалынған ашлыҡ күләмен дүрт миллион тоннаға еткерергә ҡушты.

Автор: Р.Кәримова.

Ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр «Нива» автомобиле менән бүләкләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир