Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһен етәкләне

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһен етәкләне https://bash.news/news/108452_radij_xbirov_berm_rsj_partiyayny_tbk_bleksen_etklne
25 окт 2019, 22:50

Был вазифала ул ун йыл буйы идара иткән Константин Толкачевты алмаштырҙы.

Рәсәй төбәктәренең бер төркөм губернаторҙары «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының төбәк бүлексәләрен етәкләү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Сәйәси башланғысты ил хөкүмәте премьер-министры, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе рәйесе Дмитрий Медведев та хупланы. Уның фекеренсә, төбәк етәкселәре өсөн әлбиттә, эш өҫтәлә, әммә был сара шулай уҡ төбәктең өҫтәмә мөмкинлеге лә.

Партия меңдәрсә кешенең тауышын ишетеү форсаты. Сәйәси фирҡәнең төрлө кимәлдәге депутаттары бар. Әгәр төбәк башлыҡтары сәйәси фирҡә бүлексәләрен етәкләгән осраҡта улар ҙа төбәк башлығының терәк һәм таянысына әйләнергә тейеш, - тип билдәләне Дмитрий Медведев.

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең төбәк конференцияһында партия делегаттары йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә Радий Хәбировты ошо вазифаға раҫланы. Республика етәксеһе Константин Толкачевҡа еңел булмаған осорҙа ныҡлы сәйәсәт алып барыуы һәм ышаныс белдереүҙәре өсөн рәхмәтен әйтте.

Хәҙер партия алдында заманса алымдар ҡулланып, хаҡ, дөрөҫ, ышаныслы юлдан барырға һәм һайлаусыларҙың өмөтөн аҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейеш, тине төбәк башлығы. Радий Хәбиров яңы вазифала тәүге күрһәтмәһен дә бирҙе.

Бынан тыш, Радий Хәбиров Константин Толкачевты үҙенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләүен дә белдерҙе. Конференцияла сәйәси совет һәм президиум ағзалары ла һайланды.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһен етәкләне

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир