Республика онкологтары бөгөн тел һәм муйындағы яман шеште алып ташлау буйынса ҡатмарлы операция яһаны

Республика онкологтары бөгөн тел һәм муйындағы яман шеште алып ташлау буйынса ҡатмарлы операция яһаны https://bash.news/news/108454_respublika_onkologtary_bgn_tel_m_mujynday_yaman_sheshte_alyp_tashlau_bujynsa_atmarly_operaciya_yaany
25 окт 2019, 22:55

Ҡатмарлы сир йыл һайын 60- тан ашыу кешелә асыҡлана. 62 йәшлек пациент табиптарға һуң мөрәжәғәт иткән. Уның телендәге яман шеш лимфа биҙҙәренә метастазалар биргән. Республика онкология диспансеры хирургтары ирҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу өсөн көрәшә.

Республика белгестәренә Силәбе өлкәһе хирургтары ла ярҙам итә. Әмәлиәт 6-8 сәғәт дауам итте. Телдәге яман шеште алып ташлағандан һуң да пациент һөйләшә аласаҡ. Бындай мөмкинлек клиникаға һатып алынған махсус аппарат ярҙамында эшләнә. 3 миллион һумдан ашыу торған хирургия микроскобы «Сәләмәтлек» милли проекты һәм Онкология сирҙәре менән көрәш төбәк программаһы ярҙамында алынған. Табиптар әйтеүенсә, ул онкологияла микрохирургия методтарын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

Шамил Мусин, Республика клиник онкология диспансерының баш һәм муйын яман шеше бүлеге мөдире: “Беҙ беренсе тапҡыр телдәге яман шеште ҡырҡып алғанда микроскоп ҡулландыҡ. Ул ҡан тамырҙарын тоташтырырға, телде тергеҙергә ярҙам итә”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Республика онкологтары бөгөн тел һәм муйындағы яман шеште алып ташлау буйынса ҡатмарлы операция яһаны

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров