Бер гектарҙан – 15 центнер көнбағыш

Бер гектарҙан – 15 центнер көнбағыш https://bash.news/news/108486_ber_gektaran_15_centner_knbaysh
26 окт 2019, 22:06

Стәрлебаш районы аграрийҙары көнбағыш йыйыуҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Ауыл хужалығы эшселәре әйтеүенсә, гектарынан 15 центнер май культураһын йыйыу район өсөн юғары күрһәткес.

Баҫыу эштәренә һауа шарттары ҡамасаулауға ҡарамаҫтан, аграрийҙар көнбағыш йыйыуҙы ваҡытында тамамлай. Район ҡарамағындағы яңы комбайндар ҙур майҙанда уңышты тиҙ арала йыйырға булышлыҡ итә.

Әлегә аграрийҙар көнбағыш культураһын май етештереү заводтарына ебәрергә әҙерләй. Стәрлебаш районы буйынса гибрид сортлы үҫемлектәрҙе йыйыу дауам итә. Тәжрибәгә ярашлы, гибрид культуралары көҙ аҙағында ғына өлгөрә.

Автор: Флорида Ким.

Бер гектарҙан – 15 центнер көнбағыш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA