Күмертауҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң оҫта хеҙмәткәрҙәр асыҡланды

Күмертауҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң оҫта хеҙмәткәрҙәр асыҡланды https://bash.news/news/108487_kmertaua_torlakommunal_xuzhaly_lkendge_i_ota_xemtkrr_asylandy/?lang=bash

Ҡалала һөнәри бәйгенең республика этабына йомғаҡ яһалды.

Еңеүгә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән 80-дән ашыу слесарь-сантехник, электромонтер, урам һепереүсе, тракторсы, иретеп-йәбештереүсе һәм ҡаҙанлыҡ операторҙары дәғүә итте. Бәйге ике өлөштән торҙо.

Тәүге һөнәр эйәләре тест һорауҙарына яуап бирҙе. Хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләре һәм һөнәр нескәлектәренә ҡағылышлы һорауҙарға аныҡ яуап бирергә тура килде. Конкурстың ғәмәли өлөшөндә һәр кем белемен эштә күрһәтте.

Мәҫәлән, урам һепереүселәр ҡоро япраҡтарҙы йыйҙы йәки һепертке бәйләне, тракторсы-механиктар махсус техника менән идара итеү оҫталығын күрһәтте. Үҙ һөнәренең оҫтаһы тип табылғандар аҡсалата бүләк һәм наградалар алды.

Күмертауҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге иң оҫта хеҙмәткәрҙәр асыҡланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста