Әлшәй районы Ким ауылынан Руслан Ғәлләмовҡа ярҙам кәрәк

Әлшәй районы Ким ауылынан Руслан Ғәлләмовҡа ярҙам кәрәк https://bash.news/news/108490_lshj_rajony_kim_auylynan_ruslan_llmova_yaram_krk
26 окт 2019, 22:09

Республиканың төп телеканалында «Русфонд» хәйриә фонды менән берлектәге проект дауам итә. Бөгөнгө видеояҙма геройыбыҙ – Әлшәй районы Ким ауылынан Руслан Ғәлләмов. Ете йәшлек малайға икенсе дәрәжә ике яҡлы нейросенсор ҡолаҡҡа ҡатылыҡ диагнозы ҡуйылған. Уға 115 мең 212 һумлыҡ ишетеү аппараттары талап ителә. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Русландың һул ҡолағы нисек тә булһа һүҙҙәрҙе айырһа, уң ҡолағы бөтөнләй ишетмәй. Малай ҡолаҡҡа ҡатылыҡ менән яфалана. Диагноз тыумыштан түгел, йыл ярым элек кенә ҡуйылған. Малай быға тиклем йылына дүрт-биш тапҡыр һыуыҡ тейеүҙән сирләгән, ныҡ йүтәлләй.

Дауалау курстары үтеүгә ҡарамаҫтан, сәләмәтлегендә ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Киреһенсә, малай тауыштарға иғтибар итмәй башлай. "Руслан хәҙер ишетеү аппараты менән бәйле, тик ҡоролма арзан хаҡҡа һатып алынғанға күрә – йөрөтөүе уңайһыҙ," - ти әсәһе.

Илзинә Ғәлләмова: “Аппаратты улым бик яратып бөтмәй, мәктәптән ҡайта ла алып ташлай. Уңайһыҙ, ҡыйын, ти. Ул үҙе аңлай аппараттың кәрәклеген. Ул үҙе лә әйтә – ҡасан яңы аппарат алаһығыҙ тип”.

Республика балалар клиник дауаханаһында ла Русланға заманса ишетеү аппараттары алырға ҡушалар. Тик ҡоролма ҡиммәт – 115 мең һумдан ашыу аҡса талап ителә. Был сумманы ғаилә яңғыҙы ғына йыя алмай. Ата-әсәнең айлыҡ хеҙмәт хаҡы бәләкәй.

Ғәмилә Ғәлләмова, Русландың өләсәһе: “Дауалау булмай тигәстәре көн һайын иланыҡ. Ул бит үҫә. Бына ишетмәгәс, уҡыуынан да артта ҡала. Тиҙерәк аппарат булһа, ҡыуып етер ине иптәштәрен”.

Руслан конструктор йыйырға ярата, машиналар менән ҡыҙыҡһына. Киләсәктә поезд машинисы булырға теләй. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн мәктәптә тырышып уҡырға кәрәклеген дә яҡшы аңлай. һөйләшеүе генә ауыр

Русландың сәләмәтлеген яҡшыртыу өсөн ни бары заманса ишетеү аппараттары кәрәк. Ғаилә изге күңелле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Һәр кем Хәйриә проектына ҡушыла ала. Бының өсөн 5542 һандарына «DETI» һүҙен яҙып ебәреү ҙә етә. Бер смс-хәбәр хаҡы – 75 һум. Мобиль оператор аҡсаны күсереүҙе һорағанда раҫлау талап ителә. Шулай уҡ интернетта rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп, иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле, берҙәм булайыҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Әлшәй районы Ким ауылынан Руслан Ғәлләмовҡа ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир