Республика Хөкүмәтендә бөгөн оператив кәңәшмә үтә

Республика Хөкүмәтендә бөгөн оператив кәңәшмә үтә https://bash.news/news/108540_respublika_xkmtend_bgn_operativ_kshm_t
28 окт 2019, 10:00

Ултырыш әлеге минуттарҙа башланып тора. Уны интернетта ҡарарға мөмкин. Республика Хөкүмәтенең Ю-туб каналында һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең рәсми төркөмөндә трансляция алып барыла. Видео элемтә ярҙамында район һәм ҡалалар башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл-транспорт тармағындағы хәлдәр, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу барышы ҡарала.

Республика Хөкүмәтендә бөгөн оператив кәңәшмә үтә
Республика Хөкүмәтендә бөгөн оператив кәңәшмә үтә

Көн тәртибенә энергияны һаҡсыл ҡулланыу алымдары ярҙамында ауылдар һәм ҡалаларҙа урамдарҙы, мәктәп һәм балалар баҡсаһы эргәләрен яҡтыртыу мәсьәләләре индерелгән. Оператив кәңәшмәлә, шулай уҡ, Башҡортостанда цифрлы телетапшырыуҙарға, граждандарҙы социаль тәьмин итеү берҙәм дәүләт системаһына күсеү проекты буйынса фекер алышыу була.

Юлдаш
Новости партнеров