Социаль объекттар төҙөлөшө етди контролдә

Социаль объекттар төҙөлөшө етди контролдә https://bash.news/news/108541_social_obekttar_tlsh_etdi_kontrold/?lang=bash

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Өфө ҡалаһы һәм районында яңы биналар төҙөлөшө менән танышты. Ул “Демография” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Социаль объекттар төҙөлөшө етди контролдә
Социаль объекттар төҙөлөшө етди контролдә

Дим районында балалар баҡсаһы төҙөлөшө графиктан артта ҡалған. Әле икенсе ҡат һалына һәм бина ҡыйығы төҙөлә. Андрей Назаров эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты. Зубов ауылында 260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы була. Төҙөлөш аҙағына яҡынлашып килә. Ике ҡатлы бинала биҙәү эштәре бара, елләтеү тәртипкә килтерелә. #милли_проекттар # нацпроекты

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста