Башҡортостанда яңы Хөкүмәт раҫланды

Башҡортостанда яңы Хөкүмәт раҫланды https://bash.news/news/108548_bashortostanda_yay_xkmt_ralandy
28 окт, 11:20

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров министрҙар кабинеты составы менән таныштырҙы. Конституцияға ярашлы, Радий Хәбиров Хөкүмәтте үҙе етәкләй, ул республикала башҡарма власть өсөн дә яуаплы була.

Башҡортостанда яңы Хөкүмәт раҫланды
Башҡортостанда яңы Хөкүмәт раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫарҙары вазифаһына Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов тәғәйенләнде. Илшат Тажетдинов, шулай уҡ , Республика Хөкүмәте Аппараты етәксе була. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев вазифаларын һаҡлап ҡалды. Улар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫарҙары булып эшләй. Министрҙар кабинетында яңы кешеләр ҙә бар. Фәнүр Йәғәфәров, Рөстәм Моратов һәм Ирек Сәғитов вице-премьерҙар вазифаһына тәғәйенләнде.

Радий Хәбиров министрҙар кабинетының яңы составы үҫеш хөкүмәте булырға тейеш тине.

Башҡортостанда яңы Хөкүмәт раҫланды

Республика Башлығы ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте. Был турала ентекләберәк киләһе сығарылыштырҙа хәбәр итербеҙ.

Юлдаш
Новости партнеров