Башҡортостанда яңы Хөкүмәт барлыҡҡа килде

Башҡортостанда яңы Хөкүмәт барлыҡҡа килде https://bash.news/news/108555_bashortostanda_yay_xkmt_barlya_kilde
28 окт 2019, 12:00

Министрҙар кабинетында 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, 4 идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы булдырылды. Конституцияға ярашлы, Радий Хәбиров Хөкүмәтте үҙе етәкләй, уның 9 урынбаҫары була.

Башҡортостанда яңы Хөкүмәт барлыҡҡа килде
Башҡортостанда яңы Хөкүмәт барлыҡҡа килде

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫарҙары вазифаһына Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов тәғәйенләнде. Андрей Назаров төп мәсьәләләр өсөн яуаплы була, Илшат Тажетдинов Республика Хөкүмәте Аппараты етәксе вазифаһында ҡала. Вице-премьерҙар Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев вазифаларын һаҡлап ҡалды. Фәнүр Йәғәфәров, Рөстәм Моратов һәм Ирек Сәғитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫарҙары булды.

Юлдаш
Новости партнеров